Хәйерле кис, дуҫтар! — 1 июня 2026 г. в 19:17:00.798
Хәйерле кис, дуҫтар! «Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә" йыры менән бергәләп моңланып алайыҡ. 1. Кешегә ғүмерҙәр бирелә Мең түгел, бары тик бер генә. Ҡулымдан төшөрмәм мин һине, Йәнкәйем, төшөрмәм мәңгегә. Ҡушымта: Мин һине ташламам мәңгегә - мәңгегә, Шул әсе яҙмыштар ҡулына. Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә, Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә. 2. Тиҙ үтә был тормош яҙҙары, Ә алда-һалҡыны ҡарҙары. Мин һине өшөтмәм, туңдырмам. Йәнкәйем, онотма мин барын. Ҡушымта. 3. Беҙ икәү бер бөтөн, һин дә мин, Шатлыҡ та ҡайғы ла гел уртаҡ, Йөрәктәр мәңгегә бәйләнгән, Мөхәббәт мәңгелек табышмаҡ. Ҡушымта. ❗Йыр-моң яратыусыларҙы «Йырҙар» каналына яҙылырға саҡырабыҙ. Унда көн дә йыр-моң, йырҙарҙың һүҙҙәре менән минусовкаһы, клиптар ҡуйыла. Рәхим итегеҙ, дуҫтар! https://max.ru/join/fhq3o0Slp3PHA8FkScDBTnEccMCoOUshd-FBhdVZIN8 Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

