– Мә, аша, кәнтәй! — 31 мая 2026 г. в 23:50:00.521
– Мә, аша, кәнтәй! Русса ғына һөйләшкән ҡәйнәһенең был һүҙҙәре сәй әҙерләп йөрөгән Кәримәнең* йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙала. Сөнки кемгә ҡарата әйтелә бит әле – ике йәше лә тулмаған сабыйға, уның һөйөклө ҡыҙсығына. Оло кешегә ҡаты ла бәрелә алмай, әрнеүе тамағына – төйөр, күҙҙәренә йәш булып тығыла. Ә ҡәйнә кеше үҙ ғәҙәтен ташларға уйламай: күстәнәскә йогурт алып килгән дә, ейәнсәренең маңлайына бөкләнгән һуҡ бармағы менән төртөп, бер үк һүҙҙәр менән ризыҡты тоттора: – Аша, кәнтәй! Бәләкәй сағынан олоно – оло, кесене кесе итеп, һәр кемгә ихтирам менән ҡарарға өйрәнгән Кәримә оҙаҡ түҙеп йөрөй, әммә бер көндө сабырлығы шартлап һына. сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-08-23/h-ter-ala-ik-n-2919520 Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

