Ҡыярҙы һыуыҡ урында һаҡларға ярамай. Баҙҙа йәки һыуытҡыста ул бер нисә көндә тәмен юғал... — 31 мая 2026 г. в 08:48:10.080
Ҡыярҙы һыуыҡ урында һаҡларға ярамай. Баҙҙа йәки һыуытҡыста ул бер нисә көндә тәмен юғалта һәм быжый. Йәшел һуған кеүек тәмләткесте, гөлләмә һымаҡ, һыуға ҡуйып торорға кәрәк. Йәшелсә һәм емеште һыуытҡыстың йәшнигенә һалыр алдынан, төбөнә бер нисә ҡағыҙ таҫтамал һалыу яҡшы. Улар артыҡ дымды һура һәм аҙыҡты боҙолоуҙан һаҡлай. Әгәр өҫтөнә яңы өҙөлгән керән япрағы япһаң, асыҡ банкалағы томат пастаһы күгәрмәй оҙаҡ һаҡланасаҡ. Консервалау алдынан үтә бысраҡ банкаларҙы бер процентлы кальцийлы сода иретмәһендә бер тәүлек ебетергә кәрәк. Шунан һуң ғына уларҙы йыуырға кәңәш ителә. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

