Домофонды алмаштырыуҙың хаҡы... 16 миллион һум! — 12 июня 2026 г. в 14:09:18.198
Домофонды алмаштырыуҙың хаҡы... 16 миллион һум! Стәрлетамаҡтан 77 йәшлек эшҡыуар ҡатынды муттар һис бер ауырлыҡһыҙ кәкре ҡайынға терәгән. Енәйәтселәрҙең йоғонтоһона эләккән пенсионер банк хеҙмәткәрҙәрен, күсмәй торған милек һатып алам, тип алдап, тупланмаларын алып йөрөгән. Мутлашыусыларға ярҙам иткән 21 йәшлек курьер тотолған. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

