Яңыса голубцы — 12 июня 2026 г. в 08:23:52.833
Яңыса голубцы Уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтәгә: 450 г фарш 1 баш ҙур булмаған һуған 1 кишер Ярты татлы болгар боросо Тоҙ, тәмләткестәр, йәшел үләндәр кәрәк. Өҫтөнә ҡойоу өсөн заливка: Томат соусы - 100 г Ҡаймаҡ - 100 г ӘҘЕРЛӘҮ: ✅ Кәбеҫтәнең күсәнен соҡоп алып, полиэтилен менән урап, микроволновкала тотоп алабыҙ. Һәр кемдең мейесе үҙенсәлекле, мин 2-3 минут тотам. Туҡтатып, ҡарап алығыҙ, кәрәгенсә йомшармаһа, тағы тотоғоҙ. ✅ Фарш әҙерләйбеҙ: йәшелсәләрҙе ваҡ ҡына турайбыҙ, һуғанды блендерҙан үткәрһәгеҙ, эслек һутлыраҡ буласаҡ. Болгар боросон һалмаҫҡа ла мөмкин. ✅ Видеола күрһәтелгәнсә, эслекте кәбеҫтәнең оҙон яғынан башлап төрәбеҙ. Табаға ҡусҡар (улитка) формаһында уратып, тығыҙлап, матур итеп теҙәбеҙ. ✅ Өҫтөнә томатлы-ҡаймаҡлы соусты ҡойғас, 15 минутҡа 180-200 градусҡа тиклем ҡыҙған мейескә ултыртабыҙ. ✅ Табынға өҫтөнә ваҡлап туралған йәшел тәмләткестәрҙе һибеп, өлөшләп ҡырҡып бирәбеҙ. Тиҙ әҙерләнә торған аш- һыу ризыҡтары ошонда. Тәмле булһын ❤️ Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

