Бөгөн, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә
Бөгөн, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был муниципалитеттарҙа хәмер һатыу тыйыла. ✅Бөгөн Балтас, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка һәм Шаран райондары игенселәре «һабан байрамын» билдәләй. ✅Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 13 июндә – Бөрө, Көйөргәҙе, Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ райондарында, ә 20 июндә Бәләбәй һәм Көйөргәҙе райондарында һабантуй ойошторола. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була