🌹 15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө!
🌹 15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө! 💐 Ҡәҙерле ауыл уңғандары, алтын ҡуллы, киң күңелле, тырыш һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙе ошо матур байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, ғаилә бәхете һәм мул тормош теләйбеҙ! Күңелегеҙҙән дәрт-дарман, ҡулдарығыҙҙан көс-ҡеүәт, йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен! Мал-тыуарығыҙ ишәйеп, ҡош-ҡортоғоҙ үрсеп, баҡсаларығыҙ мул уңыш бирһен! Үҫтергән гөл-сәскәләрегеҙ күңелегеҙгә йәм, тырыш хеҙмәтегеҙ тормошоғоҙға бәрәкәт өҫтәһен! ️ Ҡәҙерле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, һәр саҡ хөрмәткә, һөйөүгә төрөнөп, бәхеттә һәм шатлыҡта йәшәгеҙ! 💐 Байрамығыҙ ҡотло, ғүмерегеҙ бәрәкәтле булһын 🌹🌷💐!