Бесәй егеп, эт теркәп... — 1 июля 2026 г. в 17:48:24.019
Бесәй егеп, эт теркәп... Бөгөн Ейәнсура районынан Өфөгә һәйбәт кенә китеп еттем. Бая һөйөнсө алғанымса, Иҫәнғолда тулы бак яғыулыҡ тултырып алдым. Әммә артабан бер заправканың да эшләгәнен күрмәнем. Мораҡта машиналар сиратҡа тора Тик заправка эшләмәй ине. Ирала дизель яғыулығы ғына бар. Артабан Мәләүездә, Ергәндә, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Талбазыла, Ҡырмыҫҡалы районында бензин табыу оло проблема икәне һиҙелә ине. Заправкаларҙың барыһында ла үтеүҙе тыйған ленталар ғына тора. Өфө тирәһендә бензин бар, тик сират. Шуға күрә, юлға сығыр булһағыҙ, алдан хәлегеҙҙе самалағыҙ.

