Балыҡ, — 4 сентября 2026 г. в 10:06:15.591
Балыҡ, тәмләткестәр, тоҙ, борос, лимон, ½ балғалаҡ бал, 1 ҡалаҡ зәйтүн майы, 1 балғалаҡ гәрсис (горчица) Балыҡтың эсен таҙартып йыуырға. Ҡойроғон, йөҙгөстәрен ҡырҡып алырға. Тәмләткестәрҙе бергә ҡушып, балыҡты буярға. Фольганан һауыт эшләп, эсенә балыҡты урынлаштырырға, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә бешерергә. Бешереү ваҡыты балыҡтың төрөнә һәм ҙурлығына ҡарап билдәләнә (форель - 25-30 минут, скумбрия - 30-4 минут). Өҫтәлгә йәшелсә салаты йә гарнир менән бирергә. Аштарығыҙ тәмле булһын

