Әҙиптәр — 1 июля 2026 г. в 05:36:47.094
Әҙиптәр Беренсе – Рәмил Ҡол-Дәүләт, Вәғиз Сабитов — һулдан икенсе, өсөнсө – Рәйес Түләк, эргәһендә – Хисмәт Юлдашев 90-сы йылдар Рәмил Ҡол-Дәүләттең студент саҡта яҙған шиғыры Вәғиз Сабитов көйөн ижад иткән Ҡыҙыл ғына буйы – ҡыҙыл балан, Ҡыҙыҡтырмаҫ тимә күңелде. Тиреп кенә алған муйылдарым Ҡулдарымдан төшөп түгелде. Ҡыҙып-ҡыҙып сапҡан ҡола ҡашҡа Иҙыратып үтте муйылды. Ҡыҙарып та торған (бешкән), ай, баландар, Татлыраҡ та һымаҡ тойолдо. Ауыҙ ғынам беште баландарҙан, Йөрәк кенәм янды утынан. Алданыуҙар алдан йөрөй икән, Айнығыуҙар килә һуңынан. Йәшел генә саҡтар үткән инде, Аҡһаҡал да әле түгелмен. Ҡыҙыл ғына буйы баландары Ҡыҙыҡтырмаҫ ҡабат күңелде. Юлай Кәримов фотоһы

