Баш мөхәррир урынбаҫарынан – тәмле ҡоймаҡ рецебы! — 10 июля 2026 г. в 08:09:04
Баш мөхәррир урынбаҫарынан – тәмле ҡоймаҡ рецебы! Гәзитебеҙҙең баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитованың ҡойған ҡоймаҡтары бигерәк тә тәмле. Байрамдарҙа ул беҙҙе һәр ваҡыт һыйлап ҡыуандыра. Һеҙгә лә уның ике рецебын тәҡдим итәбеҙ,бөгөн, ял көнөндә ҡойоп ҡарағыҙ. 🥞Беренсе рецепт: 1 литр йылымыс һөткә 2-3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1.5 балғалаҡ ҡоро сүпрә, 1 балғалаҡ тоҙ, 500 г иләнгән он һалып әсетергә. Ҡабарғас, 4-5 аш ҡалағы шыйыҡ май ҡойоп бутарға һәм ҡойорға. 🥞Тағы ла бер еңел генә рецепт. Уныһын әсетергә кәрәкмәй. Ярты литр кефирға 250 грамлыҡ ике стакан он, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 2-3 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр һалып, төйөрҙәре яҙылғанса туҡырға. Ярты балғалаҡ содаға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп һүндергәс, тиҙ генә ҡамырға ҡойоп, бутап, 5-10 минут ял иттергәс, ҡойорға. Тәмле булһын!