Һамар АТП-һы алдындағы һәйкәл автобусын кемдәр иҫләй? — 10 июля 2026 г. в 03:52:52.869
Һамар АТП-һы алдындағы һәйкәл автобусын кемдәр иҫләй? Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең автобус транспорты тураһындағы мәғлүмәт тупланған "Фотобас" сайтында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булдыҡ. Заманында Хәйбулла районының Һамар автотранспорт предприятиеһы (Самарское АТП) алдында ошолай ПАЗ-651 автобусы һәйкәл рәүешендә урынлаштырылғанын асыҡланыҡ. Баҡтиһәң, был машина 1966 йыл тирәһенән ҡасаба маршруттарында эшләп, уның менән мәғдән ятҡылыҡтары эшселәрен ташығандар. Ауылдарҙан Аҡъярға мәктәпкә уҡыусыларҙы ла йөрөткәндәр.1998 йылдан алып һамар АТП-һына ингән урында постаментҡа урынлаштырылған булған. 2004 йылда "ПАЗ"икты урынына алып, предприятие ихатаһына һөйрәтеп ҡуйғандар. 2010 йылда металл һыныҡтарына тапшырғандар. . Әле лә һаҡланған булһа ниндәй шәп автобус-һәйкәл булыр ине...

