🌙🤲 Изге йома көнө мөбәрәк булһын! — 10 июля 2026 г. в 00:51:51
🌙🤲 Изге йома көнө мөбәрәк булһын! ✅Изге йома көндө Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙгә үҙенең сикһеҙ рәхмәтен, шәфҡәтен һәм бәрәкәтен насип итһен. Ҡылған ғибәҙәтебеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын. ✅Йөрәгебеҙҙе иман нуры менән нурландырһын, күңелебеҙгә тыныслыҡ, йортобоҙға бәрәкәт, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, балаларыбыҙға һаулыҡ һәм бәхет бирһен. Ауырығандарға - шифа, мохтаждарға -ярҙам, юлда булғандарға - именлек, ҡайғы-хәсрәт кисереүселәргә сабырлыҡ һәм өмөт насип итһен. ✅Раббыбыҙ гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, күңелдәребеҙҙе насар уйҙарҙан таҙартһын, беҙҙе хаҡ юлдан айырмаһын. ✅Изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, доғаларыбыҙ ҡабул булһын. Йома көнөгөҙ мөбәрәк, бәрәкәтле һәм хәйерле булһын ин шәә Аллаһ🤲. Әмин🤲🌹.