Учалы районының Өргөн ауылындағы дауыл эҙемтәләре тураһында район хакимиәте башлығы Рус... — 9 июля 2026 г. в 17:18:16.172
Учалы районының Өргөн ауылындағы дауыл эҙемтәләре тураһында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов хәбәр итте - Бөгөн Өргөн ауылы янында көслө дауыл үтте. Электр сымдары өҙөлөү сәбәпле ауыл ваҡытлыса утһыҙ ҡалды, 8 йорт газ менән тәьмин ителеүҙән һүндерелде, бер нисә ҡыйыҡ зыян күргән, - тип яҙҙы ул үҙенең сәхифәһендә. - Беренсе урынбаҫарым һәм оператив штаб менән бергә беҙ әле урында. "Газпром" филиалының һәм электр селтәрҙәренең авария бригадалары эҙемтәләрҙе, хәлде контролдә тота. Утты һәм газды мөмкин тиклем тиҙерәк өйҙәргә кире ҡайтарыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Барыһына ла өндәшәм - һаҡ булығыҙ! Бындай һауа торошонда ҡайҙалыр барыуҙан туҡтап тороғоҙ, автомобилдәрҙе ағастар янына ҡуймағыҙ, өҙөлгән сымдарға яҡын бармағыҙ һәм зыян күргән коммуникацияларға теймәгеҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда шунда уҡ 112 номеры буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

