... Тимәк, ире алдай. Зилә ҡәйнәһенә дөрөҫөн әйтеп тормаҫҡа булды. Иҫән-һау, ҡайтыр әле... — 18 июля 2026 г. в 06:44:01.059
... Тимәк, ире алдай. Зилә ҡәйнәһенә дөрөҫөн әйтеп тормаҫҡа булды. Иҫән-һау, ҡайтыр әле, аңлашырбыҙ. Уның ире бер ҡатлыраҡ, алдаша белмәй, тиҙ тотола. – Әкрәм командировкала, бер аҙнаһыҙ ҡайтмаҫ, – тине Зилә, ҡәйнәһе аҙна буйы көтөп ятырға риза булмаҫ тигән уй менән. Әммә Мәрзиә апай ғүмер буйы ауылда йәшәһә лә, төшөп ҡалғандарҙан түгел ине. «Килен алдай. Командировкала булһа, килеп инеү менән әйтер ине. Ә ул минән йәшенеп, Әкрәм менән һөйләшеп алды. Килендең төҫөнә ҡарағанда, Әкрәм иҫән-һау, ә ҡайҙа йөрөгәнен килен үҙе лә белмәй. Уйлап ҡына һөйләшергә кәрәк, яңылыш улыма зыян килтереп ҡуймайым». Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2024-01-12/aldasha-belm-3598717

