Ейәнсура районы хакимиәте башлығын юбилейы менән ҡотлайбыҙ! — 18 июля 2026 г. в 03:46:11.602
Ейәнсура районы хакимиәте башлығын юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов юбилейын билдәләй. Ошо күркәм ғүмер байрамы менән уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! ✅Дәмин Марат улы етәкселегендә Ейәнсура районы йылдан-йыл үҫешә, матурлана. Ауылдарҙың һәм район үҙәгенең төҙөкләнеүе, шишмәләрҙең яңыртылыуы, эшҡыуарлыҡтың үҫеше, инвестициялар йәлеп ителеүе – барыһы ла райондың дөрөҫ юлдан барыуын күрһәтә. Был эштәрҙең башында тәжрибәле, маҡсатлы етәксе Дәмин Марат улы тора. Ул Ейәнсура районы һәм республика үҫешенә индергән ҙур өлөшө, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән дә бүләкләнгән. ✅Юбилей көнөндә Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яңынан-яңы уңыштар, Ейәнсура районы халҡы мәнфәғәтендә киләсәктә лә һөҙөмтәле хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!

