... Һул яҡ күршеһе Һылыубикә апайҙың ҡалалағы малайҙары былтыр ғына ел ҡапҡа ҡоршап кит... — 31 июля 2026 г. в 18:07:00.718
... Һул яҡ күршеһе Һылыубикә апайҙың ҡалалағы малайҙары былтыр ғына ел ҡапҡа ҡоршап китте. Әбей кешегә ярай инде. Шулай, яҡын-тирәлә рәтле ҡапҡа юҡ. Ә ҡапҡа кәрәк. Ҡапҡа бит ул кемдең кемлеген күрһәтә торған мөлкәт. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Дөрөҫ, Хөснулланың үҙ ҡапҡаһы ла танау сөйөрлөк түгел әлегә, әммә оҙаҡламай ул яҡын-тирәлә иң күркәмдәрҙән буласаҡ. Нейәт иттереп эшләп ҡуймаһамы! Ауылдыҡылар аптыраһын, үткән-һүткәндең иҫ-аҡылы китһен! Бындай ҙа елле ҡапҡа кемдеке икән, тип хайран ҡалһындар. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2021-10-22/ap-a-hik-y-2557478

