«Р»ҘЫ ӘЙТЕП ӨЙРӘНДЕМ — 31 июля 2026 г. в 14:30:01.253
«Р»ҘЫ ӘЙТЕП ӨЙРӘНДЕМ Тыррр-тыррр-трактор Тырма тарта, ер һөрә. Ҡарға: «Ҡар!» ҙа «Ҡар!» килә, Ҡашҡар ырылдай, өрә. – Тракторҙан йыраҡ тор, – тип Ҡарға ҡыуа Ҡашҡарҙы, Ашар типме, ергә ҡалҡҡан Бөжәктәрҙе, ҡорттарҙы. – Алма әле ҡоттарҙы, Эт ашамай ҡорттарҙы! Ур-р-ра! Һеҙҙең хаҡта һөйләй торғас, Әйтеп өйрәндем «р»-ҙы! Рәмзәнә Абуталипова Юлай Кәримов фотоһы

