150 мең һумлыҡ премияға документтар ҡабул ителә башлай — 30 июля 2026 г. в 13:18:43.578
150 мең һумлыҡ премияға документтар ҡабул ителә башлай ✅Уны БДИ-ла 100 балл йыйған, республикабыҙ юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән абитуриенттар аласаҡ. Документтар 1 августан ҡабул ителә. ✅Республика Башлығының премияһы һәләтле йәштәрҙе республика вуздарына йәлеп итеү һәм үҙебеҙҙә иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын ҡалдырыу өсөн булдырылған. Ул БДИ-ла иң юғары балл йыйған һәм донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан төбәк вуздарына уҡырға ингән абитуриенттарға бирелә. ✅БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, бындай сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусыларға шулай уҡ 50 мең һум күләмендә премия ҡаралған. ✅Түләүҙе рәсмиләштереү өсөн документтарҙың тулы пакетын 20 августҡа тиклем БР мәғариф министрлығына тапшырырға кәрәк.

