#Йәшлек — 8 августа 2026 г. в 05:44:35.020
#Йәшлек Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй... Тере булһа бөгөн йырсы Фәрит Бикбулатовҡа 90 йәш тулыр ине. Йәне йәннәттә булһын!

