🧁 Тауыҡ итенән маффиндар — 7 августа 2026 г. в 11:29:36.809
🧁 Тауыҡ итенән маффиндар Маффин - порциялап бешерелгән ризыҡ, кекстың бер төрө. Ғәҙәттә, кекс өсөн тәғәйенләнгән кескәй формаларҙа бешерелә. Әлеге маффиндар өсөн 500 г тауыҡ ите, 2 йомортҡа, 200 мл һөт, 100 г сыр, 3-4 ҡалаҡ он, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, бер шәлкем йәшел тәмләткестәр, самалап тоҙ, борос кәрәк була. Тәрән һауытта йомортҡаларҙы, һөттө, ҡырғыста ҡырылған сырҙы, ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес үләндәрҙе туғыйбыҙ. Он, тоҙ, самалап ҡара борос, туралған тауыҡ итен һалып яҡшылап бутап, ҡамыр әҙерләйбеҙ. Майланған формаларға һалып, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30 минут бешерәбеҙ. Көндәлек аш-һыуҙа ла, байрам өҫтәленә лә, тәбиғәткә сыҡҡанда, эшкә, юлға бешереп алырға ла матур, туҡлыҡлы, файҙалы ризыҡ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗

