Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! — 7 августа 2026 г. в 01:11:01.316
Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! "Йома көндө, Ислам динен тотҡан һәм һәр саҡ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеп торған ҡолоноң доғаһын Аллаһ яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡ, бер сәғәт бар." (Бохари һәм Мөслим). Теләгең ҡабул булһын өсөн " Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә". Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине». ✅Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын, Раббыбыҙ беҙҙе үҙенең рәхмәтенән һәм мәрхәмәтенән ташламаһын ✅Илебеҙ тыныс, йорт-ҡурабыҙ имен, ризығыбыҙ мул булып, тулы ғаилә бәхетенә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Ил башлыҡтары үҙ-ара килешеп, һулыштар бөтһөн, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Барлыҡ изге уй-теләктәребеҙ, доғаларыбыҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ 🤲. Әмин🤲.

