... Ун һигеҙемә яңы сыҡҡан сағым. Сабира еңгәм бер көн һорай ҡуйҙы: — Нишләп һаман кейә... — 6 августа 2026 г. в 18:21:00.590
... Ун һигеҙемә яңы сыҡҡан сағым. Сабира еңгәм бер көн һорай ҡуйҙы: — Нишләп һаман кейәүгә сыҡмайһың, бикәс? — Уҡыйым әле, еңгә, — тимен. — Ниңә? — Рәхәт бит йәнең яратҡан менән. — Еңгәм мөлдөр күҙҙәрен көлдөрөп яуап бирә. — Көслө беләгенә башыңды һалаһың да тын алышын, йөрәге тибешен тыңлап йоҡоға талаһың, һулҡылдап типкән йөрәге, әйтерһең, йоҡоңдо ҡарауыллай. Таң һыҙылғас, үпкәненә көлөп уянаһың, ҡыҫҡа төн үткәнсе ул һине, һин уны һағынып өлгөргәнһең. Үбешеп тә танһығы ҡанмай тол ҡалған еңгәмдең саф, керһеҙ һағышынан бәғерем һыҙлай. Ҡыҫҡа төн үткәнсе, тигәне күңелде сыйып үтә. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2021-08-09/byyyl-y-ya-yo-olar-an-ya-ym-2455709

