🍗 Туҡланыу рационына күркә итен индерегеҙ! — 23 августа 2026 г. в 12:25:00.369
🍗 Туҡланыу рационына күркә итен индерегеҙ! Әгәр күркә итен даими рәүештә ашап торһағыҙ, ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм быуындар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, тире һәм һөйәктәрҙең торошон яҡшыртырға ярҙам итә. ✔️Калийға бай. 100 грамм күркә итендә яҡынса 210 мг калий бар. Шуға күрә ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн файҙалы. ✔️ Фосфор сығанағы. 100 грамм күркә итендә яҡынса 200 мг фосфор бар. Майлылығы түбән һәм кальций булыуын иҫәпкә алғанда, күркә ите быуындар ауырыуҙары һәм остеопорозды иҫкәртеү өсөн файҙалы. 💪 Тимер күп. Күркә итендә, һыйыр итенә ҡарағанда, ике тапҡырға күберәк тимер бар. Тимер организм өсөн мөһим, ул тире һәм сәстең һаулығын һаҡлауға ярҙам итә. ✨ Күркә ите - тәмле генә түгел, ә туҡлыҡлы һәм файҙалы аҙыҡ та!

