🌿 Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар! — 23 августа 2026 г. в 03:00:06.208
🌿 Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✅Халыҡ-ара ҡоллоҡ менән сауҙа итеүҙе һәм уны юҡҡа сығарыуҙы иҫкә алыу көнө ✅Интернет буйлап навигация көнө ✅Халыҡ-ара һуҡыр эттәр көнө ✅Ҡыҙҙырылған картуф көнө ✅Арзан авиабилеттар көнө 🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Август ямғырһыҙ килһә, көҙ йылы һәм ҡоро булыр. 🌿Йылы, ямғырлы август – бәшмәк уңыр. 🌿Августа йәшенле ямғырҙар йыш булһа, көҙ оҙайлы булыр. 🌿Ҡайында һары япраҡ күренһә, көҙ иртә килер. 🌿23 августа йылға –күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.

