Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! — 4 сентября 2026 г. в 01:00:02.072
Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! Бәндәләрҙең хаталарын, тәүбә итә белгәндәрҙең гонаһтарын кисереү, әжер-сауаптарын күберәк биреү өсөн Аллаһы Тәғәлә төрлө изге көндәр һәм кистәр булдырған. Йома – ошо мөбәрәк көндәрҙең береһе, мосолмандарҙың был фани донъялағы һәм әхирәттәге байрам көнө. Ғибәҙәттәрҙе көсәйтеп, нәсихәттәргә нығыраҡ иғтибар итеп, иманды нығытып ала торған көн. ✅ «Әгәр ҙә мосолман был көндө яҡшы итеп йыуынып, йома намаҙына барһа, уның был аҙнала эшләгән бөтә гонаһтары ярлыҡаныр, намаҙға барған ваҡыттағы һәр аҙымы өсөн уға әжер-сауаптар бирелер». ✅Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын, Раббыбыҙ беҙҙе үҙенең рәхмәтенән һәм мәрхәмәтенән ташламаһын ✅Илебеҙ тыныс, йорт-ҡурабыҙ имен, ризығыбыҙ мул булып, тулы ғаилә бәхетенә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Ил башлыҡтары үҙ-ара килешеп, һулыштар бөтһөн, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Барлыҡ изге уй-теләктәребеҙ, доғаларыбыҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ 🤲. Әмин🤲.

