Башҡортостандан ете табип Бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары исемлегенә инде.. — 3 сентября 2026 г. в 11:16:14.137
Башҡортостандан ете табип Бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары исемлегенә инде.. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. Беҙҙең белгестәрҙең икәүһе беренсе урын алды. "Ысын күңелдән тәбрикләйем һәм ғорурланам. Конкурс йыл һайын уҙғарыла, беҙҙең табиптар һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Беҙ уларҙың эше өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Дауаханалар, поликлиникалар, ФАП-тар төҙөлә һәм төҙөкләндерелә, автопарк яңыртыла. Был эш дауам итәсәк", - тип яҙа Радий Хәбиров.

