Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге әүҙемлек буйынса Рәсәйҙең тәүге 5 төбәге иҫәбендә. — 7 сентября 2026 г. в 17:37:20.135
Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге әүҙемлек буйынса Рәсәйҙең тәүге 5 төбәге иҫәбендә. Республика позицияһы нығыныуы туранан тура Радий Хәбиров эшмәкәрлеге менән бәйле. «Минченко консалтинг» коммуникация холдингы 2026 йылдың ғинуар-август айҙарына баһа биреп, Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы индексын иғлан итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дөйөм рейтингта 4-се урынды биләй. Юғары позиция республика етәксеһенең йыл дауамындағы системалы эше һөҙөмтәһе. Башҡортостан өсөн халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре Абхазия, Беларусь һәм Үҙәк Азия илдәре - Үзбәкстан һәм Тажикстан. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендәге проекттар араһында Өфөнән Сухумға тура рейстың асылыуын билдәләргә кәрәк, ул туризмды һәм бизнесты үҫтерергә ярҙам итә. «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелек» проекты күптәргә сағыу тәьҫораттар бүләк итте һәм бүләк итеүен дауам итә. Шулай уҡ Беларусь һәм Үзбәкстан республикаларына туристик сәйәхәттәр популяр. Мөһим иҡтисади проект - Үзбәкстандағы «Бекабад» технопаркы, шулай уҡ Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын үҫтереү. Эксперттар билдәләүенсә, Радий Хәбировтың эшлекле һөйләшеүҙәрҙә шәхсән ҡатнашыуы килешеүҙәрҙең сәйәси әһәмиәтен арттыра һәм уларҙы бойомға ашырыуҙы тиҙләтә. Башҡортостан башҡа лидерҙар менән бер рәттән халыҡ-ара аренала Рәсәйҙең тос тауышын көслө һәм алдынғы төбәктәр формалаштырыуын күрһәтә.

