Радий ХӘБИРОВ: — 7 сентября 2026 г. в 13:30:45.604
Радий ХӘБИРОВ: 📌 14 юл 📌 55 СНТ-ға 📌 дөйөм оҙонлоғо 17,5 км 📌 8 муниципалитетта — 2026 йылға ҡуйған маҡсаттарыбыҙ шулар. Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә (СНТ) илткән юлдарҙы ремонтлауҙы дауам итәбеҙ. 5 юл - Калинин районында, Нефтекамала, Иглин һәм Кушнаренко райондарында әҙер инде . Улар 14 баҡсаға алып бара, унда бөтәһе 3 меңгә яҡын ер участкаһы иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта яҡынса 380 ғаилә йыл әйләнәһенә йәшәй. Яҡын арала Салауат районында ла эштәрҙе тамамлайбыҙ. Артабан — Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондарында, шулай уҡ Иглин, Өфө райондарында һәм Өфөлә тағы бер нисә объектта эш алып барыласаҡ. Быйыл баксаларға илткән юлдарҙы ремонтлауға бюджетта 150 миллион һум аҡса ҡаралған. Был — республикала баҡсасыларҙы яҡлауға йүнәлтелгән ҙур һәм системалы эштең бер өлөшө генә. Күп кенә республика халҡының баҡса участкалары бар. Беҙҙең бурысыбыҙ — улар өсөн мөмкин тиклем уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу.

