🌿Көнөгөҙ матур — 16 сентября 2026 г. в 02:00:04.237
🌿Көнөгөҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Персонал менән идара итеү белгестәре көнө 🌍 Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө 🤡 Медицина клоундары көнө 🎖️ Рәсәйҙә Ҡыҙыл Байраҡ орденын булдырыу көнө ❤️ Халыҡ-ара интервенцион кардиология көнө 🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. 🌿Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. 🌿Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә. 🌿Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә. 🌿Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🌿Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. 🌿 Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. 🌿16 сентябрҙә иртән томан төшһә - ҡоро, аяҙ көндәргә ишара.

