Болгар боросонан лечо — 16 сентября 2026 г. в 00:06:00.451
Болгар боросонан лечо 3 кг болгар боросо, 2 кг помидор, 1 баш һарымһаҡ, 1 әсе борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 100 г шәкәр, 100 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, 50 мл 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк. Әгәр әсе салат яратмаһағыҙ, һарымһаҡты һалмаһағыҙ ҙа була. Боростоң орлоғон алып йыуғандан һуң, 1х1 см ҙурлығында шаҡмаҡлап йәки 0,5 см яҫылығында һаламлап турарға. Помидорҙы, әсе боросто йыуып, ит үткәргестән үткәрергә. Йәшелсәне бергә ҡушып кәстрүлгә һалғас, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәп, борос бешкәнсе талғын утта бешерергә. Әҙер булыр алдынан аш һеркәһен өҫтәргә һәм алдан стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябып нығытырға. Баш түбән әйләндереп, өҫтөн ҡалын юрған менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға. Аш һеркәһен яратмаһағыҙ, ҡушмаһағыҙ ҙа ярай. Ҡалған рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-08/ysh-a-erl-n-be-4805817

