... – Әйҙә, өйләнешәйек тә Мәскәүгә китәйек. Өс бүлмәле фатирыбыҙ, ҡала ситендә ике ҡат... — 15 сентября 2026 г. в 18:53:00.316
... – Әйҙә, өйләнешәйек тә Мәскәүгә китәйек. Өс бүлмәле фатирыбыҙ, ҡала ситендә ике ҡатлы йортобоҙ бар, етеш кенә йәшәйбеҙ, атайым өр-яңы машина бүләк итер үҙеңә. Ул ҙур ерҙә эшләй, ни кәрәк, барыһын да булдыра ала, – тип өгөтләне ҡыҙ. Ә егет, ҡалаға “килен булып төшөүҙе” түбәнселек һанауын белдереп, ҡырҡа баш тартты. – Ярай, улайһа, ошо ауылда йәшәрбеҙ, – тип, шунда уҡ кирегә борҙо Надя. – Никах уҡытып өйләнешербеҙ, оҙон күлдәк, яулыҡ менән йөрөрмөн. Миңә килешер ул! Олатайым да шулай талап итә... Әнәс үҙенең ҡарарын оҙаҡ көттөрмәне. “Иртәгә таң менән, умарталарҙы тейәп, Йүкәлетау утарына китәм, оҙаҡ ҡына булмам. Һин, Мәскәүеңә ҡайтҡас, атайыңды иҫкәртә тор, – тине. – Көҙгә әйттерербеҙ...” Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-15/y-nsel-t-s-hik-y-4813358

