🌿Аҙнағыҙ уңышлы үтһен, дуҫтар💕!
🌿Аҙнағыҙ уңышлы үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ⚛️ Рәсәй атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө 📡 Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының радиоэлектрон разведкаһы көнө 🍪 Тула прәниге көнө 🐕 Бөтә донъя ҡотороуға ҡаршы көрәш көнө 🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. 🌿Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. 🌿Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә. 🌿Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә. 🌿Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🌿Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. 🌿 Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. 🌿 28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.