«Тәүге уҡытыусым» конкурсына — 3 октября 2026 г. в 13:46:34.796
«Тәүге уҡытыусым» конкурсына Тәүге уҡытыусыбыҙ - Зәйнәп Шәрип ҡыҙы Ибраҡова (Рәхмәтуллина). Төрөмбәт урта мәктәбендә 1972 - 1982 йылдарҙа уҡыныҡ. Усман башланғыс мәктәбен (Ҡаҙморон ауылы) тамамлаған уҡыусылар 4-се класҡа (класс етәкселәре - Сәйфетдинова Әминә Мәһәҙей ҡыҙы) Төрөмбәткә килеп, интернатта тороп уҡыйҙар ине. Дөйөм фотола 10-сы класты тамамлаған мәл: май, 1982 йыл. Уртала математика уҡытыусыһы, класс етәксебеҙ Әүхәт Мөхәррәм улы Ильясов. Уҡытыусыларыбыҙҙы һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ, үҙ аллы тормош юлына дөрөҫ йүнәлеш, матур тәрбиә биреүҙәренә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Зөлфиә Йәғәфәрова.