🌿Ялығыҙ матур — 4 октября 2026 г. в 02:13:49.537
🌿Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Рәсәйҙең Йыһан ғәскәрҙәре көнө ✔️Рәсәйҙең Гражданлыҡ оборонаһы көнө ✔️Электрон сәнәғәте хеҙмәткәре көнө ✔️Бөтә донъя хайуандар көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.