«Тəүге уҡытыусым» конкурсына
«Тəүге уҡытыусым» конкурсына 1977 йыл 1-се класҡа, Əбйəлил районының Ҡаҙмаш һигеҙ йыллыҡ мəктəбенə, уҡырға барҙыҡ. Беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ - Гөлсəсəк Хәкимйән ҡыҙы Халиҡова. (Башланғыс кластарҙа төрлө уҡытыусылар уҡытып бөтөрҙө) Һуңынан уҡытыусым менән туған мəктəбебеҙҙə коллегалар булып эшлəү бәхете тейҙе. Йәш белгес булараҡ, тәүге уҡытыусыма кәңәштәр менән мөрәжәғәт итергә тура килде. Ул һәр ваҡыт ихлас ярҙам итте, уҡытыусы булып ҡала белде. Гөлсəсəк Хәкимйән ҡыҙына һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйем. Үҙем дə , 37 йыл инде, башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләйем. Шәүрә Һибәтова. Әбйәлил районы.