"Журналист булырһың", - тигәйне
"Журналист булырһың", - тигәйне Минең тәүге уҡытыусым - Фәнүзә Ғабдулхай ҡыҙы Рәхмәтуллина. Уҡырға биш йәшемдә барҙым, класташтарым хәреф өйрәнгәндә мин бәләкәй хикәйәләр уҡый инем. Сөнки өс йәшемдә "Әлифба"ны уҡып бөткәнмен: әсәйем уҡытыусы булғас, уҡырға тиҙ өйрәнгәнмен. Ташҡыя башланғыс мәктәбендә өс йыл уҡыным, һуңынан Мәҫкәүҙә белем алдыҡ, уны 2004 йылда тамамланыҡ. Фәнүзә апай Мәҫкәү урта мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Уның шиғыры, башҡа уҡытыусыларҙың, класташтарҙың, атай-әсәйемдең теләктәре яҙылған дәфтәрем, сығарылыш уҡыусыһы таҫмаһы, көмөш миҙалым һаман һаҡлана, ҡайһы ваҡыт асып ҡарап алам. Фәнүзә апай, һеҙҙе һәм бөтә уҡытыусыларымды һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Лилиә Фазлетдинова, "Йәншишмә' балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең яуаплы сәркәтибе.