Лидерға ҡаршы тора алманылар
Лидерға ҡаршы тора алманылар Ошо минуттарҙа Мәскәүҙә ЦСКА-Аренала ЦСКА менән "Салауат Юлаев" араһындағы уйын тамамланды. Тәүге осорҙа бер яҡ та иҫәпте аса алманы. Икенсе осорҙа командабыҙ армеецтар менән типә -тиң уйнаны. Хужаларҙың тәүге шайбаһынан һуң Девин Броссо иҫәпте тигеҙләне. Өсөнсө осорҙағы хаталар арҡаһында юлаевсылар Көнбайыш конференцияһы лидерына 3:1 иҫәбенә еңелде. Улар ситтәге турненың икенсе осрашыуын Новосибирскиҙа "Себер" менән үткәрәсәк.