"Йәшлек"кә яҙылыусы өс кеше бүләк отто!
"Йәшлек"кә яҙылыусы өс кеше бүләк отто! Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге "Сәләм" тапшырыуында "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ойошторған "Яҙыл һәм бүләк от " уйынына йомғаҡ яһалды. "Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов билдәләүенсә, район һәм республика баҫмаһына яҙылып, 300-ҙән ашыу кеше был лото уйынында ҡатнашҡан. Бына улар бүләк отоусылар: Ҡар таҙартыу машинаһы: Марсель Сәлимов (Өфө ҡалаһы, "Ағиҙел" һәм "Тамаша"журналдары). Ноутбук: Н.Әхтәрйәнова (Нуриман районы Яңы Күл ауылы, "Красный ключ" һәм "Йәшлек"гәзиттәре). Робот-саң һурҙырғыс: М.Бикбаева (Ейәнсура районы Абҙан ауылы, "Ейәнсура таңдары» һәм" Йәшлек “гәзиттәре). Телевизор: Ф.Әхмәтова (Ауырғазы районы Усман ауылы, "Аургазинский вестник" һәм "Йәшлек"гәзиттәре). Туңдырғыс: А.Сиражева ( Салауат районы, Әлкә ауылы, «На земле Салавата» гәзите, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ) Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылынан "Кармаскалинская новь» , "Республика Башкортостан" гәзитәренә яҙылған Марина Ипполитова «Ҡарағай» шифаханаһына юллама отто. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!