✨ Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә ✨
✨ Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә ✨ 🌿 …Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә, 💭 Бел, өмөттәр ҡай саҡ аҡланмай... 🕊️ Үҙ тормошоң үҙең көйләп өйрән, ❤️ Яҡындарға асыу һаҡламай... 🌸 • ───── ✾ ───── • 🌸 🤲 ...Кемдәргәлер ҡылған изгелекте, ⚖️ Бизмәндәргә һалып үлсәмә. 😊 Шатлыҡтарын күреп шатлана бел, 🙏 Ҡайғыларҙа бер үк – үсәмә! 🌿 • ───── ❀ ───── • 🌿 💔 Һаҡһыҙлыҡтан, ауыр һүҙҙәр әйтеп, 👨👩👧👦 Ситкә типмә, ғәзиз туғаның! 🤔 ...Беләбеҙме ауыр саҡта килеп, 🤝 Кемдең кемгә ҡулын һуҙғанын?! ☀️ • ───── 🌼 ───── • ☀️ 📖 Һәр кешелә Хоҙай яҙған яҙмыш, 🛤️ Тормош һуҡмағы ла бер түгел... ☀️ Ҡояш көлгән саҡта һинең күктә, 🌧️ Берәүҙәрҙә болот йәш түгер... 🌺 • ───── 🕊️ ───── • 🌺 💫 Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә, 🍀 Бәхеттең дә көтмә әҙерен... ❤️ ...Туғандарҙы булмай һайлап алып, 🤗 Булғанының белсе ҡәҙерен!!! 🌷🕊️💖🌿✨🌿💖🕊️🌷 ✍️ Рәмилә Ҡужаҡова.