🌿Көнөгөҙ матур
🌿Көнөгөҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының һыу өҫтө, һыу аҫты һәм һауа карабы командиры көнө ✔️Бөтә донъя күреү һәләте көнө ✔️Рәсәйҙә өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәре көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. ✔️ 8 октябрь - әгәр был көндө беренсе ҡар төшһә, 21 ноябрҙә ҡар ятыр.