АЛЛАҒА ШӨКӨР!
АЛЛАҒА ШӨКӨР! 🌿 Бер маҡсатһыҙ, гел заяға Уҙмаһын ғүмер. Беҙ иҫәнбеҙ, беҙ йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр 🤲! 🌷 Шатлыҡ менән, ҡайғы менән, Уҙа был ғүмер. Беҙ бит бергә — шуныһы шатлыҡ, Аллаға шөкөр🤲! ️ 🌿 Алла бирһә, йырларбыҙ беҙ, Уҙғансы ғүмер. Иҫәнбеҙ беҙ, йырлайбыҙ беҙ, Аллаға шөкөр! 🤲 ✍️ Рәмил Сурағол.