... Тороп баҫмаҡ булғайны ла ҡапыл сүгәләне: ялан буйлап аллы-гөллө томанмы, монармы эс...
... Тороп баҫмаҡ булғайны ла ҡапыл сүгәләне: ялан буйлап аллы-гөллө томанмы, монармы эсендә бер күҙ ҡамаштырырлыҡ һылыу килә... Ҡыҙ тип әйтергә теле әйләнмәне... Ҡатын-ҡыҙ затынан бындайын да матурлыҡ тыумаҫ... «Ен ҡыҙы!» – тигән уй зиһенен телеп үтте. «Бисура!» Бисмилланы әйтә һалырға кәрәклеген белә ине, тик һис кенә лә күҙ алдынан бындайын да хайранды юҡҡа сығарғыһы килмәне. Ул арала бисура яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Ҡосағында – аллы-гөллө ялан сәскәләре. Йөҙө ошо йәмле көндөң үҙе һымаҡ көлөп тора. Сайтта  https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-07-18/u-y-tel-k-hik-y-g-lsir-izz-tullina-4755111