... - Юҡ. Нимәгә ул һиңә кәкүк-атай? - Мәҙинәнең һүҙ йүнәлеше ҡайҙа алып барғанлығын тө...
... - Юҡ. Нимәгә ул һиңә кәкүк-атай? - Мәҙинәнең һүҙ йүнәлеше ҡайҙа алып барғанлығын төшөнә башлаған Сәғиҙә терт итеп ҡалды. Шулай ҙа битараф ҡиәфәттә ҡул һелтәгән булды: - Ҡуй, башымды ҡатырма. Лутсы, ана, өйгә эштәрең менән бул. - Былай ғына, өләсәй. Белгем килә... - Тегеһе үҙенекен ныҡышты. - Сибайҙа, имеш, тип ишетә биреп ҡалғайным. Әллә тағы... - Ә дөп-дөрөҫөн кемдән белергә була? - Әй, һәпрә ҡыҙыҡай, нимәһенә шул тиклем төпсөнәһең әле? - Һөйөклө сабыйының татлы теле бәғеренә һары май булып яғылған өләсәйҙең күңеле йомшара бирҙе. - Бына ошонда әсәйең менән икәүһе төшкән кәртишкәләре ята ине... Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-27/u-ry-hik-y-i-ris-no-omanov-4774175