Их, еңелделәр шул...
Их, еңелделәр шул... Ошо минуттарҙа "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" командаһы менән Новосибирскиҙың "Себер"е араһындағы уйын тамамланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙекеләр 2:1 иҫәбе менән еңеп барған ерҙән икенсе осорҙа инициативаһы ҡунаҡтарға биреп, 2:4 иҫәбенә еңелде. Нимәһе насар: әҙселектә булғанда һәйбәт һаҡланған уйынсыларыбыҙ тулы состав менән уйнағанда дәғүәсенең һөжүмселәрен туҡтата алманы. Юлаевсылар Алыҫ Көнсығышҡа юлланып, 17 октябрҙә Хабаровскиҙа "Амур", 19-да Владивостокта "Адмирал " менән уйнай. Егеттәребеҙгә имен сәфәр һәм еңеүгә ынтылыш теләйек.