Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!
Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Аллаһы Тәғәлә биргән һәр яңы көнгә, ғүмеребеҙгә, һаулығыбыҙға шөкөр итеп йәшәргә яҙһын! Изге теләктәребеҙ, ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын. Һәр беребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете һәм бәрәкәтле ғүмер насип итһен! 🕊️ Донъяларыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын. Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау тыуған йорттарына, яҡындары янына әйләнеп ҡайтһын! Йома көнө һәр йортҡа именлек, шатлыҡ, бәхет һәм бәрәкәт алып килһен! Әмин🤲!