Ҡаршы тора алманылар
Ҡаршы тора алманылар Ошо минуттарҙа Владивостоктағы "Фетисов-Арена"ла урындағы "Адмирал' менән беҙҙең "Салауат Юлаев" командаһы араһындағы уйын тамамланды. Ике яҡ та , бик ныҡ тырышыуына ҡарамаҫтан, ике осор буйына бер-береһенең ҡапҡаһына юл таба алманы. Өсөнсө осор башында Борн Рендулович һуҡҡан шайба Семен Вязовойҙың ҡапҡаһының өҫкө мөйөшөнән инеп китте. Юлаевсыларҙың иҫәпте тигеҙләргә тырышыуы һөҙөмтә бирмәне.Өҫтәүенә, ҡапҡасыбыҙҙы алтынсы уйынсыға алмаштырыу һуңғы минуттарҙа хужаларға тағы бер гол индереүгә килтерҙе. Ошо матчта командабыҙ капитаны Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында 1000-се уйынын уҙғарҙы.Уны ҡотлайбыҙ! Ситтәге турненың өсөнсө уйынында өфөләр "Металлург"менән осраша.