... – Иң матурын һайлап алығыҙ, бынауһын ҡарағыҙ әле, кисә генә буялғаны, машинағыҙға а...
... – Иң матурын һайлап алығыҙ, бынауһын ҡарағыҙ әле, кисә генә буялғаны, машинағыҙға алып барайыммы? – Эргәгә килеп баҫҡан Мораттың өмөт тулы ҡарашын күтәрә алмай, баш ҡына һелкәм. Ҡала янындағы баҡсамды биҙәп ултырһын әйҙә. Ихатанан сығышлай ике ҡатлы ҙур матур йортто, сәскәгә күмелгән, сүп-сар күҙгә салынмаған баҡсаны, уның арғы өлөшөндә теҙелешеп ултырған дүрт-биш тиҫтәләп умартаны күреп һоҡланып ҡуйҙым. Өйҙөң тышы – ирҙән, эсе – ҡатындан, тиҙәр бит беҙҙең халыҡта. Үтә егәрле ғаилә йәшәйҙер бында. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-06/huzha-hik-y-marat-minev-4775902