Динә ИСҠУЖИНА
Динә ИСҠУЖИНА – Бөрйән районының Килдеғол ауылында тыуһам да, Сибай ҡалаһында буй еткерҙем. Ғаиләлә ҡустым менән икәүбеҙ. Мин мәктәптә яҡшы өлгәштем, “Урал батыр” эпосы буйынса ойошторолған конкурстарҙа йыш ҡына призлы урындар яулай инем. Ун беренсе синыфты Өфөлә көмөш миҙалға тамамланым. Әле Ҡазан (Волга буйы) федераль университетында II курста белем алам. Нефть һәм газ технологиялары йүнәлешен һайланым. Беренсе курстан уҡыу йортондағы халыҡ-ара фәнни секцияға ҡушылдым. Төрлө конференцияла ҡатнашам. Ятаҡтың студенттар советы ағзаһымын, мәҙәни саралар ойошторам. Татарстанда уҡыһам да, туған телемде, йолаларымды, тыуған яғымды онотмайым. Килеү менән Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһына ҡушылдым, милли бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, төрлө конкурста халҡыбыҙ исеменән сығыш яһайбыҙ. https://ye102.ru/articles/guzel/2026-10-21/din-is-uzhina-4842924