🕯️ МИКРОАВТОБУС АВАРИЯҺЫНДА ЕТЕ КЕШЕ ҺӘЛӘК БУЛҒАН
🕯️ МИКРОАВТОБУС АВАРИЯҺЫНДА ЕТЕ КЕШЕ ҺӘЛӘК БУЛҒАН Улар Сибайҙан юлға сыҡҡан булған. 21 октябргә ҡараған төндә Төмән — Ханты-Манси юлында, Тубыл ҡалаһы янында, Сибайҙан юлға сыҡҡан Volkswagen Caravelle микроавтобусы йөк машинаһына бәрелгән. Бәрелештән һуң микроавтобусҡа ут ҡапҡан һәм ул янып бөткән. Фажиғәлә ете кеше — дүрт ир-ат һәм өс ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. Микроавтобуста водитель һәм һигеҙ пассажир булған. Ике кеше — 33 йәшлек водитель һәм 57 йәшлек пассажир иҫән ҡалған, йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Һәләк булғандарҙың шәхестәрен асыҡлау өсөн документтар тикшерелә һәм генетик экспертизалар үткәрелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, микроавтобус светофор янында хәрәкәт итә башлаған йөк машинаһына бәрелгән. Авария факты буйынса прокуратура тикшереүе башланған. 🕯️ Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Яҡындарын юғалтыусыларға сабырлыҡ теләйбеҙ. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ. Бер секундлыҡ иғтибарһыҙлыҡтың да хаҡы бик ҡиммәт булырға мөмкин. #Сибай #Башҡортостан #ЮлФажиғәһе #ҠайғылыХәбәр